Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен дауам итә. Ҡаҙағстан, Австрия, Колумбия, Испания һәм Польша коллективтары Ишембай районында сығыш яһай. “Юлдаш” студияһы менән тура бәйләнештә Ҡаҙағстан ансамбле кураторы Регина Камалова. Регина, хәйерле көн! Һеҙҙең һәм сит ил ҡунаҡтарының тәьҫораттарын ишетергә теләйбеҙ? Фестиваль гөрләйме?
Рәхмәт! Беҙҙең студия менән тура элемтәлә Регина Камалова булды. Бөгөн Фольклориада концерттары шулай уҡ Белорет, Благовещен һәм Илеш райондарында була. Өфөлә киске сәғәт 6-ла Палестина, Белорусия, Румыния, Камерун ансамблдәре, шулай уҡ The Hatters төркөмө сығыш яһай.






