Радий Хәбировҡа сәнәғәттә импортҡа алмаш технологияһы тәҡдим ителде

Фото №1 - Радий Хәбировҡа сәнәғәттә импортҡа алмаш технологияһы тәҡдим ителде

“Инвестиция сәғәте” ултырышында Стәрлетамаҡтағы “Инмаш” заводын үҙгәртеп ҡороу проекты менән таныштырҙылар. Инвестор юғары технологиялы станоктар алырға ниәтләй. Бының өсөн 716 миллион һум йәлеп итеү ҡарала. Заводта ауыл хужалығы, машиналар төҙөү, хәрби-сәнәғәт тармаҡтары өсөн сифатлы тауар етештерелә. Башҡортостан Башлығы инвесторға ярҙам итергә ҡушты. Проект өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә, һалымға льгота бирелә, шулай уҡ сығымдың бер өлөшөн дәүләт ҡаплай.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ