Башҡортостанда предуниверсарийҙар – вуз янындағы һәләтле балаларға тәғәйенләнгән махсус мәктәптәр – селтәрен булдырасаҡтар. Был турала Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы коллегияһы ултырышында хәбәр иттеләр.
Өлгө нигеҙендә итеп Өфө дәүләт нефть-техник университеты янындағы 153 лицейҙың эш тәжрибәһе алынасаҡ. Белем усағында, мәҫәлән, лекция һәм семинарҙарҙы доцент-профессорҙар алып бара.
Бынан тыш, райондарҙа муниципаль-ара ресурс үҙәктәре булдырырға кәрәк, тинеләр коллегияла. Был үҙәктәрҙә ябай мәктәп программаһы буйынса ғына уҡытып ҡалмай, ә төрлө яҡлап тәрәнерәк белем биреп, балаларҙы Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларға әҙерләйәсәктәр.





