Баймаҡ районында 13 саҡрым асфальт яңыртыла

Юл – тормош көҙгөһө. Уларҙың төҙөклөгө төбәктең социаль торошон билдәләй. Быйыл Баймаҡ юл төҙөү ремонтлау идаралығына районда 13 саҡрым да асфальтты яңыртыу, шулай уҡ 2 километрында юлды төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Әле улар Баймаҡ-Сәрмән юлында асфальт япмаһы түшәй. Эш барышы тураһында беҙҙең киләһе яҙма.

Бикеш-Ҡуянтау араһына юл 1983 йылда һалынған, шуға күрә күптән яңырыу талап итә. Бөгөнгө көндә Баймаҡ юл төҙөлөш идаралығының бар техникаһы был эшкә йәлеп ителгән. Юлсыларҙа ҡыҙыу эш миҙгеле – автоһәүәҫкәрҙәрҙә оло ҡыуаныс.

9,6 саҡрым юлдың иҫке асфальт ҡатламы тулыһынса алып ташланылған, яңыһы ике ҡатламда буласаҡ. Техникаларҙың төҙөк, яғыулыҡ материалдары менән даими тәьмин ителеү ремонт эштәрен тотҡарлыҡһыҙ башҡарырға мөмкинлек бирә. Асфальт Баймаҡ заводынан еткерелә.

Күләмле объекттарҙа эшләүе күңелле, - тип белдерә юлсылар. Төҙөкләндереү эштәре планға ярашлы октябрь айына тамамларға тейеш. Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар күберәк булһын.

Фото №1 - Баймаҡ районында 13 саҡрым асфальт яңыртыла
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ