Тейәүсе машинаға идаар иткән 53 йәшлек водитель төҙөлә башлаған шахтала тау тоҡомдары аҫтында ҡалған. Рудник "Башҡорт баҡыры" компанияһына ҡарай. Фажиғә урынына 20 ҡотҡарыусы һәм махсус техника йәлеп ителә.
Ҡотҡарыу операцияһы 10 сәғәткә һуҙыла. Тау тоҡомдары 340 метр горизонтында ишелгән. Шахтаның оҙонлоғо 610 метр тәшкил итә. Осраҡ буйынса төбәк тәфтиш комитеты һәм республика покуратураһы тикшереү башлаған.
Әлфинә Килдейәрова




