Башҡортостанда йәштәр өсөн ғилми лабораториялар ойоштороу планлаштырыла

Башланғыс «Фән сәғәте» форматында уҙғарылған видеокәңәшмәлә ҡаралды. Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин профилле ведомство вәкилдәре, юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен ҡараны. Вуздар һәм Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге тарафынан лабораториялар ойоштороу буйынса һигеҙ заявка әҙерләнгән.

«Фән һәм университеттар» милли проекты сиктәрендә улар Башҡортостан исеменән Рәсәй фән һәм юғары белем министрлығы уҙғарған конкурсҡа ебәреләсәк. Һәр лаборатория йыл һайын 15 -18 миллион һумлыҡ грант алыуға дәғүә итә.

Фото №1 - Башҡортостанда йәштәр өсөн ғилми лабораториялар ойоштороу планлаштырыла

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ