Өфөлә Эске эштәр министрлығына ҡараған дауахананы шартлатырға ниәтләгәндәр

Федераль именлек хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре Рәсәйҙә тыйылған халыҡ-ара террор ойошмаһы менән бәйләнеш тотҡан ирҙе ҡулға алды. Ул террор ғәмәлен башҡарырға әҙерләгән. Ғәйепләнеүсе махсус операция барышында ҡулға алынды.

1995 йылғы егет Өфө эргәһендә шәхси йортто ҡуртымға алып, шунда шартлатҡыс әҙерләү менән шөғөлләнгән. Террор ғәмәлен ул, Өфөлә тәртип һаҡлау органдары объекттарының береһендә башҡарарға иҫәп тотҡан, тип хәбәр итәләр Федераль именлек хеҙмәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнештәр үҙәгенән.

Фото №1 - Өфөлә Эске эштәр министрлығына ҡараған дауахананы шартлатырға ниәтләгәндәр

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ