Бында урман яна. Кәртәле районында 400-ҙән ашыу гектар ерҙе ялҡын ялмап алған. Өс район – Новоаколиновый, Запасное һәм Джабыҡ ауылдарына ут тоҡаныу хәүефе бар. Силәбелә көслө ел иҫә, көн эҫе тора.
Нуғайбәк ауылында 1 мең квадрат метр ер яна. Яҡындағы Париж ауылының да утта ҡалыуы ихтимал. Янғын хәүефе булған ауыл халҡы эвкауациялана. Уларҙы ваҡытлыса йәшәү урындарына күсерәләр.
Силәбеләге янғындан төтөн еҫе Башҡортостандың көнсығыш райондарында ла килеп етә. Сибай ҡалаһы, Учалы, Белорет, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында халыҡ көйөк еҫенә зарлана.




