Малдарға штраф туҡталҡаһы. Белорет ҡалаһында ҡарауһыҙ йөрөгән йорт хайуандарына ҡаршы көрәш иғлан иткәндәр. Бынан ары юлдарға сыҡҡан һыйыр һәм аттар махсус урынға бикләнеп, уларҙың хужаларына штраф һалынасаҡ.
Яза күләме бәләкәй түгел, малды ваҡытында алмаған осраҡта бурыс көн һайын өҫтәлеп бара. Теманың дауамы БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов әҙерләгән репортажда.
Кешеләр көтөүгә ҡыуылмаған малдарҙың күплегенә зарлана. Ҡарауһыҙ йөрөгән һыйырҙар һәм аттар ҡоймаларҙы емерә, сәсеүлектәрҙе тәләфләй, йылға-күлдәрҙе бысрата. Шулай ҙа иң хәүефлеһе – малдарҙың юлға сығыуы. Быйыл ғына Белорет районында йорт хайуандары ҡатнашлығында 12 авария теркәлгән. Был фажәғәләрҙең барыһы ла тиерлек төнгө ваҡытҡа тура килгән.
Ҡайһы бер хужалар малдарын көтөүгә ҡыуыуҙы кәрәк тип тә уйламай. Бындай кешеләрҙе халыҡтың әрләшеүе лә, штраф күләменең юғары булыуы ла ҡурҡытмай. Бер нисек тә аңлата алмағас, Белорет районы етәкселеге берәҙәк йорт хайуандарын бикләргә ҡарар иткән. Ирекле йөрөгән малдар өсөн ҡала ситендә махсус урын булдырылған.
Малдың бикләнеүе тураһында мәғлүмәт биркалағы һандар буйынса хужаһына еткерелә. Бындай мөмкинлек булмаған осраҡта, хайуандың фотоһы социаль селтәргә һалынып, урындағы матбуғат баҫмаһында донья күрә.
Әйткәндәй, хужаға беренсе тәүлек өсөн 2853 һум, артабанғы көндәргә 1800 -шәр мең һум штраф һалына. Ветеринар хеҙмәте һәм транспорт сығымдары ла малын ҡарамаусының кеҫеһенән ҡаплана.
Белореттар тәжрибәһе республика өсөн яңылыҡ түгел. Сөнки ваҡытында һәр хужалыҡтың да ошондай мал бикләү урындары була торғайны. Ул саҡта халыҡ һәүкәштәрен баҫыуҙарға төшөртмәй, көтөүҙән үк ҡаршы алыр булды. Шуға ла урындағы властар онотолған йоланың тергеҙелеүе малдарҙың аҙып-туҙып йөрөүен кәметер тигән өмөттә ҡала.
Илдар Байбулатов






