Иртәгә «Рус Витяздары» Өфө күгендә юғары пилотаж күрһәтәсәк

Сағыу авиашоу Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөгә моторҙар эшләү заводы һәм конструктор бюроларын эвакуациялауға 80 йыл тулыуға арнала. Бөгөн пилоттар үҙҙәре осҡан самолет двигателдәрен етешетереү барышы менән танышты. Авиасәнәғәт үҫешен тәьмин итеүсе предприятиеға экскурсияны БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина ла күҙәтте.

«Рус Витяздары» Өфөгә юғары тиҙлектә килеп етте. Һуңғы быуын истребителдәренең техник мөмкинлектәренә хайран ҡалырлыҡ. Улар, хатта, һауала туҡталыш яһай ала. Самолеттар аэропортта, пилот һәм штурмандар Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә экскурсияла. Тап бында авиация сәнәғәте өсөн двигателдәр йыйыла.

Бер миллион квадрат метрлыҡ производство майҙанында егерме меңдән ашыу кеше эшләй. Бер самолет двигателе йыйыу өсөн генә 270 меңгә яҡын технологик операция яһала. Донъя кимәлендә билдәле авиация төркөмө вәкилдәре предприятие хеҙмәткәрҙәренең көндәлек эш барышы менән танышты. Юғары пилотаж оҫталары менән күҙмә-күҙ осрашыуҙы конструкторҙар ҙа көтөп алған.

Двигатель әҙер булғас та, бихисап һынауҙар үтә. Камера эсендә «СУ-35» истребителе өсөн тәғәйенләнгән ҡулайлама. Форсаж режимда уның тартыу көсөн тикшерәләр. Ҡеүәте ун дүрт мең ярым тоннаға етергә тейеш. «Рус витяздары» Башҡортостанда етештерелгән двигателдәрҙе донъяла иң яҡшылары тип билдәләне. Самолеттың йөрәк тибеше Рәсәй төбәктәренән тыш, сит илдәрҙә лә яңғырап, миллиондарҙы әсир иткән.

Юғары пилотаж оҫталары өсөн предприятие музейына ла экскурсия ойошторолдо. Ә инде иртәгә улар штурвал артына ултырып, Өфө күген яулаясаҡ. Көндөҙгө сәғәт биштә һуңғы быуын истребителдәре ҡатнашлығында авиошоу көтөлә. Уға Ағиҙел йылғаһы яры һәм «Ватан» этнопаркынан тамаша ҡылырға мөмкин.

«Рус витяздары» юғары пилотаж авиация төркөмө теүәл утыҙ йыл элек ойошторола. Күккә улар тәүге тапҡыр СУ-27 истребителендә күтәрелә. Өфөлә етештерелгән двигателдәр ярҙамында хәрби ҡанаттар йылдан йыл нығый, яңырыу кисерә. Ҡеүәтле техниканы хәрәкәткә килтереүсе механизмһыҙ осоштар ҙа булмаҫ ине. Яулайһы бейеклектәр, тиҙлектәр алда әле.

Фото №1 - Иртәгә «Рус Витяздары» Өфө күгендә юғары пилотаж күрһәтәсәк

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ