VI Бөтә Донъя фольклориадаһының етенсе көнө ваҡиғаларға бай булды. Башҡортостан райондары буйлап сәйәхәт итеп ҡайтҡан сит ил артистары Өфө халҡын да сағыу номерҙары менән ҡыуандырҙы. Үҙенсәлекле фестивалдең сираттағы көн йомғаҡтарын БЮТ каналы хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова барланы.
Сит ил мәҙәниәте менән яҡындан танышып ҡалыуға һанаулы сәғәттәр ҡалды. Өфө сәхнәһендә Болгария вәкилдәре төньяҡ болгар халҡына хас булған бейеү менән сығыш яһай. Быға тиклем сит ил делегацияһы Октябрьский ҡалаһы һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында булып ҡайтҡан. Халыҡҡа милли кейем үҙенсәлектәре тураһында һөйләнек, урындағы мәҙәниәт менән дә яҡындан таныштыҡ, ти «Пламъче» болгар ансамбле артистары.
Муниципалитеттарҙа һуңғы концерт программалары урындағы халыҡҡа ял сәғәттәре бүләк итте. Фольклор байрамының 7-се көнөнә Белорет районында старт бирелде. Тамашасылар Венгрия, Ҡырғыҙстан, Черногория, Коста-Рика, Америка Ҡушма Штаттары, Швейцария һәм Албания мәҙәниәте менән танышты.
Сағыу сығыштар Ишембай районында ла гөрләне. Торатау итәгендә Ҡаҙағстан, Австрия, Колумбия, Испания һәм Польшанан килгән ижади коллективтар йыр-бейеүҙәре менән күңелде күтәрҙе. Сит ил артистары ҡатнашлығында концерт программаһы Благовещен һәм Илеш райондарында ла үтте. Республиканы ижади форумда урындағы ҡала-райондарҙың коллективтары таныштырҙы.
Күләмле байрамды ҡарарға йыйылған туристар концерт программалары араһында баш ҡаланы өйрәнә. Улар ике ҡатлы автобуста Өфө ҡалаһы буйлап экскурсияға сыҡты. Әйткәндәй, туристарҙың күбеһе махсус фольклор байрамын ҡарар өсөн килгән. Алыҫ Камчатка, Благовещен ҡалаһы һәм Мәскәүҙә йәшәүселәр баш ҡаланың тарихи урамдары буйлап йөрөнө. Иртәгә үтәсәк ябыу тантанаһын да күрергә иҫәп бар, ти туристар.
Фольклориаданың төп сәхнәһен Палестина, Белорусия, Румыния һәм Камерун колективары биҙәне. Уларҙың йыр-моң, халыҡсан бейеүҙәренән «Торатау» конгресс-холы амфитеатрында сираттағы «Фольклориада йәрәге» фестивале балҡыны.
Мәҙәни сараның махсус ҡунағы – Санкт-Петербургтан The Hatters джипси-фолк-рок төркөмө. 2016 йылда барлыҡҡа килгән коллектив театрлаштырылған музыка проекты кеүек сығыш яһай. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә киң танылыу яулаған төркөмдө өфөләр йылы ҡаршы алды.
Бөтә донъя фольклориадаһының тамамалныуына 1 көн ҡалды. Бер аҙна дауамында 37 ил үҙ мәҙәниәте менән таныштырҙы. Фольклор байрамын ябыу сараһында Пятницкий исемендәге хор, Эмир Кустурица һәм Сербия ҡунаҡтары, республиканың алдынғы ижади коллективтары сығыш яһаясаҡ. Сара киске сәғәт алтынсы яртыла бында «Торатау» конгресс холлы амфитеатрында башланасаҡ.
Әлфинә Килдейәрова




