Бөгөн Өфөнөң ҡайһы бер урындарында ваҡытлыса юлдар ябылды

Фото №1 - Бөгөн Өфөнөң ҡайһы бер урындарында ваҡытлыса юлдар ябылды

Был Фольклориаданы ябыу тантанаһын уҙғарыуға бәйле. Төнгө 12 тиклем башҡаланың Зөки Вәлиди, Аксаков, Мәжит Ғафури, Сочи урамдарындағы юл өлөштәрендә сикләүҙәр була. Шулай уҡ Торатау конгресс холы янындағы майҙанда автомобиль туҡталҡаһы ла ябыла. Был саралар юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген һәм ҡунаҡтарҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында башҡарыла, - тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ