Былар фольклориадала ҡатнашыусыларҙы хайран иткән күренештәр. Ҡунаҡтар шулай уҡ ҡунаҡсыл республика халҡына ғашиҡ булыуы тураһында белдерҙе. Аҡ күңелле кешеләр ҡалаһы. VI Бөтә донъя фольклориадаһы делегаттары Өфөнө шулай атай. Улар баш ҡалабыҙҙың донъя көтөү өсөн бик уңайлы икәнлеген билдәләй. Шулай уҡ беҙҙең традицияларға һоҡланыуын да йәшермәй.






