Бөгөн, 10 июль, сәйәси золомға дусар булған Башҡортостан зыялыларын иҫкә алыу көнө

Фото №1 - Бөгөн, 10 июль, сәйәси золомға дусар булған Башҡортостан зыялыларын иҫкә алыу көнө

1938 йылдың 10 июлендә яҙыусы, шағир, ғалим, артист, дәүләт эшмәкәрҙәре атып үлтерелә. Нахаҡҡа ғәйепләнеп репрессияланғандар араһында яҙыусылар: Ғабдулла Амантай, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Дауыт Юлтый, дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Ғөбәй Дәүләтшин, БАССР-ҙың халыҡ артисы Вәлиулла Мортазин-Иманский, йырсы, композитор, БАССР-ҙың халыҡ артисы Ғәзиз Әлмөхәмәтов, актер һәм режиссер Мәкәрим Мәһәҙиев һәм башҡалар була. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Өфөлә Еңеүҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙа Сәйәси золом ҡорбандарына һәйкәл янында иҫкә алыу сараһын ойошторҙо. “Шәхестәрҙең тормош юлын ентекләп өйрәнергә кәрәк”, - ти тарихсы Азат Ярмуллин.

Бөгөн, 10 июль, сәйәси золомға дусар булған Башҡортостан зыялыларын иҫкә алыу көнө
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ