Бөгөн Бөтә донъя Фольклориадаһының етенсе көнө. Халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашыусылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәрен йомғаҡлай. Өфөлә “Фольклориада йөрәге” тигән төп сәхнәлә тамашалар уҙғарыла. Концерт “Ватан” этнопаркында бара. Унда сит ил коллективтары һәм саҡырылған артистар сығыш яһай. Фестивалдең иң билдәле ҡатнашыусыларының береһе - Рәсәйҙең “The Hatters” джипси-фолк-рок төркөмө. Хәбәрсебеҙ Зөһрә Арсаева яҙмаһы.






