Фольклориада - 2021. Бөгөн CIOFF® ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында килешеү төҙөлдө

Фото №1 - Фольклориада - 2021. Бөгөн CIOFF® ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында килешеү төҙөлдө

Документҡа CIOFF® Президенты Филипп Боссан һәм үҙәктең генераль директоры Артур Әлибәков ҡул ҡуйҙы. Килешеү матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау, таратыу һәм килер быуындарға тапшырыу маҡсатында хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙаллай. 37 дәүләттән килгән делегация вәкилдәре иҫтәлекле ваҡиғаның шаһиты булды. Милли делегаттар ултырышында килер быуындарға мөрәжәғәт яҙылды һәм ваҡыт капсулаһына һалынды. Хат нәсихәт һүҙҙәре һәм изге теләктәрҙән тора. CIOFF® Президенты Филипп Боссан:

Фольклориада - 2021. Бөгөн CIOFF® ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында килешеү төҙөлдө

Сарала ҡатнашыусылар ваҡыт капсулаһын төрлө символдар менән байытты. Унда аҡса, биҙәүестәр, музыка ҡоралдары һалынды.

“Башҡортостанда үткән Бөтә донъя фольклориадаһы тарихта иң яҡшы сараларҙың береһе булып ҡала. Беҙҙең республика – Рәсәй халыҡтарының сағылышы. Беҙ донъяға татыулыҡ һәм дуҫлыҡта йәшәү өлгөһөн күрһәттек”. Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры, фестивалдең башҡарма директоры Артур Әлибәков шулай тип белдерҙе.

Фольклориада - 2021. Бөгөн CIOFF® ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында килешеү төҙөлдө
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ