Халыҡ-ара фестивалдә 37 илдән 1 меңдән ашыу вәкил ҡатнашты.
Гала концертта Рәсәй хәрби һау көстәренең “Рус Витяздары” юғары пилотаж төркөмө авиашоу күрһәтә. Пятницкий исемендәге рус халыҡ йырҙары хоры, сит ил ансамблдәре һәм Башҡортостан артистарының сығышы көтөлә.
Фольклориаданы рәсми ябыу танатанаһында танылған кинорежиссер һәм музыкант Эмир Кустурица ла ҡатанаша. Ул «Ҙе ноу смокиң оркестра» төркөмө составында сәхнәгә сыға. Эмир Кустурица Башҡортостанда икенсе тапҡыр. Республика яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы, тип белдерҙе сәнғәт оҫтаһы.
Алтынсы Бөтә Донъя фольклориадаһын рәсми ябыу тантанаһын Башҡортостан юлдаш телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Ватан этнопаркындағы майҙандан тура трансляция «Яңылыҡтар» сығарылышынан һуң башлана.
Әлфинә Килдейәрова




