Был дата йыл һайын июлдең икенсе йәкшәмбеһендә билдәләнә. Республикала 1 мең 280 почта бүләксәһе иҫәпләнә, тармаҡта 9 меңдән ашыу кеше эшләй. “Һуңғы йылдарҙа почтала етди үҙгәрештәр бара: һанлы технологиялар индерелә, почта элемтәһе инфраструктураһы әүҙем үҫешә. Өфө янында ҙур заманса логистика почта үҙәге төҙөлөшө аҙағына яҡынлашып килә. Байрам көнөндә именлек, эшегеҙҙә уңыштар, сәләмәтлек теләйем”, – тип әйтелә Башҡортостан Башлығының ҡотлауында.






