Бөгөн республика Хөкүмәтендә оператив кәңәшмә уҙа. Унда санитар-эпидемиологик, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, юл-транспорт тармағындағы хәлдәр барлана.
Ултырышта йылытыу миҙгеленә әҙерлек, күп ҡатлы фатирҙар һәм подьездарҙы ремонтлау, янғын һәм һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре ҡарала. 6-сы Бөтә донъя Фольклориадаһын уҙғарыу һөҙөмтәләре барлана.
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры-Рөстәм Моратов, ЯнғанТау һәм Торатау геопарктары үҫеше тураһында сығыш яһай. Кәңәшмәне Хөкүмәттең YouTube каналында һәм социаль селтәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин.
Республиканың ун районында бизнес-шерифтар юҡ. Был турала Башҡортостан эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итәләр. Асыҡланыуынса 28 районда бизнес-шерифтар өҫтәмә мәсьәләләрҙе лә контролдә тота. Бындай күренеш менән риза булмауын белдерҙе Радий Хәбиров.
Бизнес шерифтар 2019 йылда эшҡыуарҙарға ярҙам итеү, эшлекле даирә булдырыу ниәтендә республика башлығы тарафынан булдырылды.




