Башҡортостан хөкүмәте глемпингтар ойоштороу һәм уларҙы үҫтереүгә субсидия биреү тәртибен раҫланы

Был ярҙам республикала эске һәм тышҡы туризмды үҫтереү дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә ҡаралған.

Бер юридик шәхескә йәки эшҡыуарға субсидия күләме 5 миллион һумдан артмаҫҡа тейеш. Төп шарт субсидияның 50 проценты күләмендә өҫтәмә финанс һалыу.

Шулай уҡ 5 йыл дауамында ойошманы ябыу тураһында ҡарар ҡабул итмәү, штрафы һәм һалым бурысы булмауы шарт, хеҙмәт хаҡын индексацияларға, эш урындарын һаҡларға һәм арттырырға кәрәк. Сығымдарҙы бүлеү Туризм буйынса дәүләт комитетына йөкмәтелә.

Фото №1 - Башҡортостан хөкүмәте глемпингтар ойоштороу һәм уларҙы үҫтереүгә субсидия биреү тәртибен раҫланы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ