Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров белдереүенсә, яңы коронавирус оҙаҡламай республикаға килеп етеүе ихтимал. Ошоға бәйле, 1 сентябрь алдынан белем биреү учреждениеларында медицина инспекторҙарының эшмәкәрлеге тергеҙелә.
Бында Һаулыҡ һаҡлау министрлығына Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә 4-5-се курс студенттарын йәлеп итеү йөкмәтелә. Алдағы аҙнала оператив штаб артабанғы эшмәкәрлек һәм сикләүҙәр буйынса ҡарар ҡабул итергә тейеш.




