Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов сығыш яһаны. Йыл башынан республикала 250 урман янғыны теркәлгән, 2 мең 300-ҙән ашыу гектар ер зыян күргән. Марат Шәрәфетдинов янғынға килтергән төп сәбәптәрҙе атаны.
Урман янғынына бәйле хәл Башҡортостан менән сиктәш төбәктәрҙә лә ҡатмарлы. Радий Хәбиров ут менән көрәш өсөн Хөкүмәткә өҫтәмә аҡса бүлеү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты. Яҡын арала урман янғынын һүндереү өсөн вертолет һатып алына, тип белдерҙе кәңәшмәлә республика Башлығы.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә Урал аръяғында юғары янғын хәүефе һаҡлана. Айырым райондарҙа урманға транспорт менән инеү тыйыла.




