Ул халыҡ вәкилдәре ярҙамсыларының хоҡуҡтарын аныҡлай. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, депутат ярҙамсыһы сит ил гражданы була алмай, Рәсәйҙән тыш башҡа дәүләттәрҙә милке лә, уларҙа даими йәшәү мөмкинлеге биргән документы булырға ла тейеш түгел.
Ярҙамсы күп кенә ойоштороу мәсьәләләрен хәл итә, уның эш ҡағыҙҙарына инеү, дәүләт власе органдарынан төрлө документтар алыу мөмкинлеге бар.
Конфиденциаль булған мәғлүмәттәр менән эш итеүҙә ҡайһы бер сикләүҙәр бар. Шуға улар ике дәүләт гражданы була алмай.




