Халыҡ-ара СИОФФ ойошмаһы һәм Республика халыҡ ижады үҙәге араһында материаль булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау, уны киләсәк быуындарға тапшырыу һәм таратыу маҡсатында хеҙмәттәшлек тураһында ниәттәр протоколына ҡул ҡуйылды.
Яҡтар Өфөлә балалар фольклориадаһын уҙғарыу мөмкинлеге буйынса фекер алышты. Ҡарар ноябрь айында Будапешта СИОФФ советында ҡабул ителергә тейеш.




