Башҡортостан Башлығы грантына ошолай тип аталған проект тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән халыҡ менән осрашыуҙар ойошторола.
Бөгөн проект кураторҙары Шаран районында оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Башҡортостан Халыҡтар дуҫлығы йорто хеҙмәткәре Нурия Иҡсанова ошоларҙы хәбәр итте.




