Бөгөн Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә ремонт мәсьәләһе ҡаралды. Быйыл программаны тормошҡа ашырыу өсөн 222 миллион һум бүленгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев әйтеүенсә, подъездарҙың яртыһында төҙөкләндереү тамамланған.
Финанс ҡыйынлыҡтар сәбәпле, күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы ремонтлау программаһы ҡыҫҡартылды. Республика Башлығы Радий Хәбиров эште туҡтатмаҫҡа һәм артабан дауам итеү мөһимлеген белдерҙе.
Хөкүмәттә оператив кәңәшмәлә күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау программаһы ла ҡаралды. Быйыл 800-гә яҡын торлаҡ тәртипкә килтерелә. Бөгөнгә 148 күп фатирлы йортта ремонт тамамланған. Ҡалғандарында төҙөкләндереү эштәре 1 декабргәсә теүәлләнергә тейеш.




