Башҡортостан юниорҙар араһында көрәш буйынса донья беренселеген үткәреүгә 15 миллион һум тирәһе сарыф итәсәк.
Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәге ошо суммаға контракт урынлаштырған. Сығымдар республика ҡаҙнаһынан бүленә. Ярыштар август айында “Өфө-Арена”ла уҙырға тейеш.





