Фәрит Ғүмәров яҡташтарына йөҙ янғын иҫкәртеүсе ҡорамал бүләк иткән

Тәүге ярты йыллыҡта ғына республикала янғын иҫкәртеү ҡорамалдары йөҙҙән ашыу кешенең, шул иҫәптән 32 баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған. Был прибор бүлмә эсендә төтөн йыйылһа, шунда уҡ сигнал бирә.

Һөҙөмтәлә йорт хужалары ғүмерҙәрен генә түгел, бар мөлкәтен дә һаҡлап өлгөрә. Дүртөйлө районының Иҫке Байыш ауылында хәҙер һәр өйҙә махсус датчик ҡуйылған. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров «Атайсал» проектына ҡушылып, яҡташтарына янғын иҫкәртеүсе йөҙ ҡорамал һәм ун ут һүндергес бүләк итте.

Ведомство етәксеһе күп балалы ғаиләләр һәм өлкән быуын вәкилдәре йәшәгән адрестар буйлап шәхсән үҙе йөрөнө. Улар менән янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында әңгәмә үткәрҙе. Ҡотҡарыусылар түшәмгә приборҙарҙы беркетеп тә ҡуйҙы. Йорт хужаларына датчиктың нисек эшләүен аңлатты.

Фото №1 - Фәрит Ғүмәров яҡташтарына йөҙ янғын иҫкәртеүсе ҡорамал бүләк иткән

Гөлназ Хәйбуллина

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ