Һыу буйында ял иткән 63 кеше ҡотҡарыу хеҙмәте ярҙамында иҫән ҡалған

Улар араһында 19 үҫмер. Граждандарҙы яҡлау идаралығы белгестәре пляждар буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Ял итергә рәсми рәүештә рөхсәт ителгән урындарда һыуҙа һәм яр буйында патруль хеҙмәте ойошторолған. Шуға ҡарамаҫтан, күп граждандар ял итеү өсөн хәүефле урынды һайлай. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ каналы хәбәрсеһе Гүзәл Борханова.

Хәүефһеҙ урынға тиклем ни бары 100 генә метр. Шуға ҡарамаҫтан, халыҡ ситкәрәк китеп, рөхсәт ителмәгән ерҙә һыу инеүҙе хуп күрә. Тап ошо урында спиртлы эсемлек ҡулланған ирҙең һыуға батып ғүмере өҙөлгән. Уны сәғәттән ашыу дуҫтары, һуңынан водолаздар әҙләй.

Йыл һайын ошо урында күп кеше һыуға бата. Аномаль ер. Күңелһеҙ статистиканы арттырмаҫ өсөн, әлеге ваҡытта бында ҡотҡарыусылар һаҡта тора. Пляж ял итеү өсөн ҡулайлаштырылмаған, һыу төбө өйрәнелмәгән, шуға ла бында һыу инеү ҡәтғи тыйыла.

Яна Калинина, Өфө ҡалаһы граждандарҙы яҡлау идаралығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе

Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре аҙым һайын тиерлек рөхсәт ителмәгән урында һыу инеү тыйылыуы тураһында репродукторҙар аша иҫкәртеп тора.

Ҡотҡарыусыларҙың иҫкәртеүен күпселек ял итеүселәр иҫәпкә лә алманы, берҙән-бер ғаилә генә хәүефһеҙ пляжға табан юлланды.

Һуңғы 6 йыл эсендә генә рөхсәт ителмәгән был урында тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлгән. Сәбәбе – һыу төбөнөң ҡомон сығарғандан һуң хасил булған тәрән соҡор. Әлеге ваҡытта был урында ҡотҡарыу посы хеҙмәткәрҙәре тәүлек әйләнәһенә дежурҙа тора.

Һыу инеү өсөн ҡулайлаштырылмаған пляждарҙы һыу өҫтөнән дә күҙәтеү башҡарыла. Николай Григорьевтың көндәлек маршруты – Дуҫлыҡ монументынан Төнъяҡ автовокзалға тиклем юл. Ҡотҡарыусының тырышлығы арҡаһында күп ғүмерҙәр һаҡланған.

Патруль ваҡытында 12 йәштәр самаһындағы үҫмерҙең һыуға батып барғанын күреп ҡалдым. Ярҙан дуҫтары ярҙамға йүгерә ине. Әммә бында ағым бик көслө . Малайҙы ярға алып сығып нашатыр еҫкәттем. Ул аңына килде, илай башланы, исем-шәрифтәрен яҙып алып,өйәнә ҡайтарып ебәрҙек.

Николай Григорьев, ҡотҡарыу станцияһы етәксеһе

Ҡотҡарылған үҫмер өйөнә үҙ аяҡтарында ҡайтып киткән. Әгәр ҙә был осраҡта яҡында ҡотҡарыу хеҙмәте булмаһа, баланы пляждан бөтөнләй икенсе ысул менән алып ҡайтырға тура килер ине. Бәхеткә, тәжрибәле белгестәрә күңелһеҙ хәлгә юл ҡуймаған.

Фото №1 - Һыу буйында ял иткән 63 кеше ҡотҡарыу хеҙмәте ярҙамында иҫән ҡалған
Башбат

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ