Башҡортостан уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Республика буйынса быйыл 107 сығарылыш синыф уҡыусыһы Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Шулай уҡ биш кеше бер нисә фәндән һынауҙарҙа иң юғары балға ирешкән.

Мәғлүм булыуынса, имтиханды 100 балға тапшырып, һөнәр үҙләштереүгә Башҡортостан ВУЗ-дарын һайлаған абитуриенттарға төбәк етәксеһе тарафынан аҡсалата премия ҡаралған. Быйылғы уҡыу йылында был сумма 150 мең һум тәшкил итә.

Дөрөҫөн әйткәндә, физиканы һәм математиканы 100 балға тапшырасағымды һиҙеп торҙом. Имтиханға ике йыл дауамында ныҡлы әҙерләндем, олимпиадала призлы урындар яуланым. Киләсәктә айти-өлкәлә белгес булырға хыялланам. Документтарҙы Михаил Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетына һәм Өфөләге техник вуз-дарға тапшырам.

Лилиә Прозорова, БДИ-ны 100 балға тапшырыусы /Өфө/
Фото №1 - Башҡортостан уҡыу йорттарында ҡабул итеү кампанияһы башланды

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ