Башҡортостанда киләһе йылға төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды

«Кесе Ватан мәҙәниәте» конкурсы һөҙөмтәһе буйынса барлығы был сараларға 60 миллион һум аҡса тотоноу ҡарала. Финанс сығымдар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә. Мәҙәниәт усаҡтары аҡсаны ниндәй йүнәлештә ҡулланыуҙы үҙҙәре хәл итә. Коллективтар өсөн костюмдар тектерергә, гастролдәр өсөн автобус алырға мөмкин.

Иң мөһиме, яңыртылғандан һуң мәҙәниәт йорттары халыҡҡа яҡшыраҡ хеҙмәт итергә тейеш. Әлегә исемлеккә ингән 15 ауыл клубында эштәр башланған. Һөҙөмтәләр менән киләһе концерт миҙгелендә танышырға мөмкин буласаҡ.

Башҡортостан «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектына 2017 йылда ҡушылды. 77 ауыл клубының матди-техник нигеҙе яңыртылды. Ойоштороусылар киләһе осорҙа музейҙар өсөн дә ошондай уҡ проект барлыҡҡа киләсәк.

Улар ҙа программала ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырғандан һуң, ремонт йәки техник камиллаштырыуға финанс ярҙам аласаҡ. Конкурс һөҙөмтәһендә кәмендә 10 музейҙы һайлап алыу ҡарала.

Фото №1 - Башҡортостанда киләһе йылға төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ