Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды

 Бәләкәй ҡалалар мәҙәниәте конкурсы һөҙөмтәһе буйынса, был сараларға 60 миллион һум аҡса тотоноу ҡарала. Финанс сығымдар федераль һәм республика бюджеттарынан бүленә.

Мәҙәниәт усаҡтары аҡсаны ниндәй йүнәлештә ҡулланыуҙы үҙҙәре хәл итә. Коллективтар өсөн костюмдар тектерергә, гастролдәр өсөн автобус алырға мөмкин. Яңыртылғандан һуң, мәҙәниәт йорттары халыҡҡа яҡшыраҡ хеҙмәт итергә тейеш.

Әлегә исемлеккә ингән 15  ауыл клубында эштәр башланған. Һөҙөмтәләр менән киләһе концерт миҙгелендә танышырға мөмкин. Республика парламенты вице-спикеры Эльвира Айытҡолова:

Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды

    Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы бүлек етәксеһе Ирек Имангилдин:

Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды

    Башҡортостан бәләкәй ҡалалар мәҙәниәте проектына 2017 йылда ҡушылды. 77 ауыл клубының матди-техник нигеҙе яңыртылды. Музейҙар өсөн дә ошондай уҡ проект барлыҡҡа килә. Улар ҙа программала ҡатнашыу өсөн ғариза тапшырғандан һуң, ремонт йәки техник камиллаштырыуға финанс ярҙам ала. Конкурс һөҙөмтәһендә, кәмендә 10 музейҙы һайлап алыу ҡарала. Башҡортостан Милли әҙәбиәте музейы етәксеһе Гөлдәр Моратова:

Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды
Фото №1 - Башҡортостанда киләһе йылда төҙөкләндереләсәк 15 ауыл мәҙәниәт йорто исемлеге асыҡланды
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ