Башҡортостанда 12 көн эсендә 10 бала һәләк булған

Республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы саң ҡаға. Быйыл йәй башынан бер айлыҡ сабыйҙарҙан алып 18 йәшкә тиклемге 19 бала үлгән.

Июлдә 10 баланың ғүмере өҙөлгән. 7 бала һыуға батҡан, икәүһе бейектән ҡолаған, тағы икәүһе автомобиль аварияһында үлгән.

“Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларҙы яңғыҙ һыу ятҡылыҡтарына ебәрмәгеҙ! Иҫерек килеш машина йөрөткәндә, һеҙ уларҙы ҡурҡыныс аҫтына ҡуяһығыҙ. Иң яҡын кешеләрегеҙҙең ғүмерен һаҡлағыҙ”, – тип саҡыра ведомство хеҙмәткәрҙәре.

Психолог Әлмирә Исхаҡова ла ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға, балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәтергә өндәй.

Башҡортостанда 12 көн эсендә 10 бала һәләк булған
Фото №1 - Башҡортостанда 12 көн эсендә 10 бала һәләк булған
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ