“Губкин урамындағы 9-сы йорттағы икенсе подъездың торошо насар. Күтәрмәгә баҫырлыҡ та түгел. Өлкән йәштәге кешеләргә урамға сығыу ауыр мәсьәләгә әйләнә. Былтыр йәй беҙҙең йорттағы өс подъезға ремонт яһалды. Ә беҙҙең подъезд шул килеш ҡалды”.
Шулай тип яҙа республика башлығының социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Октябрьский ҡалаһынан Рәмзиә Сираева.
Хатты “Инцидент” системаһы теркәй.
“Октябрьский ҡалаһының Губкин урамындағы 9-сы йорттағы баҫҡыс төҙөкләндерелде. Фотола һеҙ уны яңыртылған килеш күрәһегеҙ. Ихтирам менән, ҡала хакимиәтенең коммуналь хужалыҡ һәм торлаҡ контроле бүлеге етәксеһе Вероника Давыдова”.
Рәмзиә Сираева проблеманы тиҙ арала хәл иткәндәре өсөн рәхмәт белдергән.
Республика менән идара итеү үҙәге министрлыҡ түгел, тармаҡтар менән идара итмәй, аҡса бүлмәй. Ул координация үҙәге һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.





