Ауыл хужалығы министрлығы ҡулланыусылар кооперативтарынан матди-техник базаларын үҫтереүгә грант өсөн заявкалар ҡабул итә. Быйыл был маҡсатта 100 миллион һум бүленгән.
Документтарҙы 25 июлгә тиклем тапшырырға кәрәк. Конкурс комиссияһы эшен министрлыҡтың ЮТуб каналында онлайн-режимда күҙәтеп барырға мөмкин. Тулы мәғлүмәт ведомство сайтында урынлаштырылған.
Бөгөн республикала 350-ән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә.




