“Кесе Ватан мәҙәниәте” конкурсы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Ауыл клубтарын үҙгәртеп ҡороуға бюджеттан 60 миллион һум бүленә.
Был аҡсаға мәҙәниәт йорттарында ремонт үткәрелә, музыка һәм яҡтыртыу аппаратураһы, сәхнә кейеме йәки техника һатып алына. Проект координаторы Эльвира Айытҡолова һөйләй.
“Кесе Ватан мәҙәниәте” конкурсында еңеүселәр исемлегендә Ишембай районы Әхмәр ауылы клубы ла бар. Мәҙәниәт йорто мөдире Минзилә Муллагилдина әйтеүенсә, программа буйынса бүленгән аҡсаға музыкаль һәм яҡтыртыу аппаратураһы һатып алыу ҡарала.




