30 июлгә тиклем республика автомобиль юлдары буйлап хәрби колонналар үтәсәк

Росгвардияның Башҡортостан буйынса идаралығы 30 июлгә тиклем республика автомобиль юлдары буйлап хәрби колонналар үтеүе тураһында иҫкәртә.

Бронетехника янынан үткәндә водителдәрҙе иғтибарлы булырға һәм юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыралар. Махсус техниканы күсереү сентябрҙә үтәсәк киң күләмле “Заслон-2021” оператив-стратегик күнекмәләргә әҙерлек барышына бәйле.

Фото №1 - 30 июлгә тиклем республика автомобиль юлдары буйлап хәрби колонналар үтәсәк
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ