Республикала граждандарҙың торлаҡ йортҡа хоҡуҡтарын тергеҙеү эше дауам итә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республикала граждандарҙың торлаҡ йортҡа хоҡуҡтарын тергеҙеү эше дауам итә. Һүҙ төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданған граждандар тураһында бара.

Бөгөн Нефтекамала 46 гражданға фатир асҡыстары тапшырылды. Был ваҡиғаны улар 6 йыл көткән. “Интеграл” компанияһы банкрот тип табылғандан һуң төҙөлөш эштәре “Нефтекамскстройзаказчик” предприятиеһына тапшырыла.

Әле ул проблемалы 4 йортто төҙөүҙе тамамлаған. 249 өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән.

Фото №1 - Республикала граждандарҙың торлаҡ йортҡа хоҡуҡтарын тергеҙеү эше дауам итә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ