“Мәргән уҡсы” хәрәкәте Рәсәй Президенты грантына эйә булды. Салауат, Учалы, Ҡырмыҫҡалы, Әбйәлил, Өфө райондары һәм Сибай ҡалаһында семинарҙар ойошторола.
“Мәргән уҡсы” ойошмаһы етәксеһе Юлай Ғәлиуллин әйтеүенсә, 60-ҡа яҡын һыбайлы уҡсы әҙерләнә. Улар Рәсәй һәм донъя чемпионаттарында Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.
Һыбай уҡсылар өсөн беренсе семинар ошо шәмбе Сибайҙа ойошторола.




