Хәйбулла районында төҙөлгән «Юбилейный» руднигында фажиғәле хәл

Бөгөн предприятиела 22 йәшлек эшсе машина тәгәрмәсе аҫтында ҡалып һәләк булған. Ер аҫтында эшләгән үҙйөрөшлө техника машинисы 290 метр тәрәнлектә уға ҡаршы килгән самосвалды күреп ҡалһа ла, туҡтай алмай. Бәрелештең кисектерелә алмауын аңлаған егет машинанан һикереп төшөргә ҡарар итеп, үҙе идара иткән транспортҡа тапалған.

Уҙған аҙнала ошо уҡ рудникта ер ишелгәндә йөк тейәү машинаһында эшәгән 53 йәшлек водитель һәләк булғайны. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылды. Тәфтишселәр төҙөлөш эштәрен башҡарғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоу арҡаһында һаҡһыҙлыҡ буйынса кеше үлеменә килтергән фажиғәле осраҡ тураһында һүҙ йөрөтә.

Фото №1 - Хәйбулла районында төҙөлгән «Юбилейный» руднигында фажиғәле хәл

Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ