Шаран-Андреевка автомобиль юлынының 80-се километрында 22 йәшлек водитель оло йәштәге йәйәүлене тапатҡан. Һуңғыһы юл аша рәхсәт ителмәгән урындан сығып барған. Йәш кеше Лада Гранта автомобиле менән идара иткән. Йәрәхәттәрҙән йәйәүле ваҡиға урынында уҡ һәләк булған.
Борай районында Ханты-Манси автономиялы округынан килгән 68 йәшлек водитель кюветҡа түңкәрелгән. Ҡаза Борай-Таңғатар автомобиль юлының 23 саҡырымында теркәлгән. Ир кеше Тойота Уиш машинаһы менән идара иткән. Авария һөҙөмтәһендә водитель йәрәхәтләнгән. Әле осраҡ буйынса тикшереү бара.




