“Урал аръяғы инвестиция һабантуйы” кисектерелә

Форум ике аҙнаға кисектерелеп, 19 августа Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районында ойошторола. Был турала Башҡортостан Башлығының күрһәтмәһе бар. Документта билдәләнеүенсә, һабантуй барышында коронавирус таралыуға юл ҡуймаҫ өсөн бөтә санитар-эпидемиологик талаптар үтәлергә тейеш.

Инвестиция йыйынында Рәсәй һәм сит ил эшҡыуарҙары, инвесторҙар, эксперттар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша. Форум ике көн дауам итә.

Фото №1 - “Урал аръяғы инвестиция һабантуйы” кисектерелә

Рафиҡ Әхмәтшин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ