Бөгөнгө көндә “Атайсал” проектына йөҙҙән ашыу ауыл биләмәһе башлығы һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар, шәхси эшҡыуарҙар ҡушылды.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Яңауыл районы Орловка ауылындағы «Һалҡын шишмә»не ремонтлауҙы ойошторҙо. Бағыусы ярҙамы менән урындағы халыҡ шишмә тирәһен тәртипкә килтерә. Шишмәләге йорт һәм ҡоймалар буяла, үләндәр сабыла, ҡыуаҡлыҡтар ултыртыла һәм тротуар яңыртыла.
Флорида Ким






