Ҡала-райондар буйлап «Ветеринар поездар» сәфәргә сыҡты

Үҙенсәләкле проектҡа республиканың Ветеринария идаралығы тарафынан старт бирелде. Уның ярҙамында берәҙәк һәм йорт хайуандарына хеҙмәттәр күрһәтеү, уларҙы ҡыҫырлаштырыу ҡаралған. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Джесси Сәйфуллиндарҙың яңы ғаилә ағзаһы. Эткә ни бары 9 ай. Көсөк сағынан хужаһыҙ тороп ҡалған йән эйәһе оҙаҡ ваҡыт урамда йәшәгән. Рида ханым ейәндәре өгөтләүе буйынса уны үҙенә тәрбиәгә алған. Бөгөн Джесси ветеринар поезд пациенты. Төрлө ауырыу йоҡтормаһын һәм үрсеү һәләтен бөтөрөү өсөн уға әмәлиәт яһала.

Ветеринария поезы операция өҫтәле, яра бәйләү материалдары һәм хирургия инструменттар менән йыһазландырылған. Техника Бүздәк районында икенсе көн эшләй. Был ваҡыт эсендә 10-дан ашыу йорт хайуанына операция үткәрелгән. Районда барлығы 8 ветеринария участкаһы эшләй, ауылдарҙа берәҙәк эттәр мәсьәләһе юҡ кимәлдә, ти ветеринария станцияһы табибы. Шуға күрә әмәлиәт башлыса йорт хауандарына яһала.

Берәҙәк эттәр күбәйеүенә кешеләр үҙҙәре сәбәпсе. Республикала уларҙың һанын кәметеү өсөн стерилизациялау буйынса эштәр алып барыла. Башҡортостан район-ҡалалары буйлап ике «ветеринар поезд»ы мартшрутҡа сыҡты. Һәр көн улар яңы ауылда. Башлыса, ғаризалар буйынса йөрөйҙәр.

Эт һәм бесәйҙәрҙең һаулығын тикшереү, консультация үткәреү һәм стерилләштеүҙән тыш, ветеринарҙар электрон чип ҡуя, прививка яһай. Был программа район үҙәгенән алыҫта тороуслар өсөн бик уңайлы, ти урындағы халыҡ. Сөнки күптәрҙең йорт хайуандарын ветеринар станцияға алып йөрөүгә мөмкинлеге юҡ.

Фото №1 - Ҡала-райондар буйлап «Ветеринар поездар» сәфәргә сыҡты

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ