Шаранда етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Көтөп алынған торлаҡ. Шаран районы хакимиәте башлығы Фидан Ишемғолов етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға яңы фатир асҡыстары тапшырҙы. Быйыл бәхетле исемлеккә ун ике кеше ингән, уларҙың һигеҙенә Шишмә урамындағы йорттан квадрат метрҙар бүленде.

Әлегә район буйынса фатир алыуға сиратта тағы ла 77 етем бала булыуы билдәле.

Фатир алыуға сиратта 14 йәштән торам, әле миңә 23 тулды. Юғары уҡыу йортон тамамлап, мәктәпкә инглиз, немец телдәре уҡытыусыһы булып эшкә төштөм. Кейәүҙәмен, тиҙҙән әсәй булырға әҙерләнәм. Ғаиләбеҙ, ниһайәт, йортло булды, фатир асҡысын алыуыма шатмын.

Виктория Хәмитова
Фото №1 - Шаранда етем балаларға һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарға яңы фатир асҡыстары тапшырылды

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ