Башҡортостандағы төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың 1400 саҡрымлыҡ өлөшөнә термопласт билдә һалынған

Был планлаштырылған эш күләменең 85 проценты. Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы автомобиль юлында соҡор ремонты ла бара. Автомобиль хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында БЮТ каналы хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина.

Мишкә районының дөйөм ҡулланыштағы юлдарында мобиль бригада эшләй. Өсөнсө йыл термопрофиль технологияһы буйынса соҡорҙар ямала. Хәүефле участка өҫтөндә әйтерһең дә, газ плитаһы, тик горелкалар асфальтты ҡыҙҙыра. Һөҙөмтәлә эш процессы ла еңел һәм тиҙ бара.

Йыл башынан ғына Мишкә юл ремонты-төҙөлөш идаралығы хеҙмәткәрҙәре меңдән ашыу соҡорҙо ямаған, төҙөкләндерелгән участканың дөйөм майҙаны биш йөҙ квадрат метр. Әлегә район биләмәһендә ике бригада эшләй, ремонт барышында элекке технология ла ҡулланыла. Соҡорҙарҙы тәрәнәйтеп, таҙартып, асфальт-бетон массаһы менән тултыралар. Һуңынан юл ҡатламы тигеҙләнә.

Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәге юлдарында етмеш меңдән ашыу соҡор ремонтланған. Юл һыҙаттарын бүлеүсе билдәләр ҙә яңыртыла. Аҡ буяу йә термопласт һыҙыла. Әлегә 4300 саҡрым участкала эштәр теүәлләнгән. Был дөйөм майҙандың 86 проценты.

Аҡ буяу менән сағыштырғанда, термопласт юл ҡатламында оҙағыраҡ һаҡлана, гарантия ваҡыты бер йылға иҫәпләнгән. Миҙгел һайын яңыртып торорға кәрәкмәй.

Шыйыҡ матдәне юлсылар урында уҡ әҙерләй. Махсус ҡоролма ярҙамында ҡоро ҡатышма юғары температурала ҡайнатыла. Маркировка машинаһының ҡаҙан күләме иһә 700 килограмм. Ул яҡынса бер саҡрым өҙлөкһөҙ билдә һыҙыуға етә.

Яңы ғына һалынған термопласт материал асфальтҡа тиҙ йәбешә һәм кибә. Быға яҡынса биш-ун минут талап ителә. Әммә тап ошо ҡыҫҡа ваҡытта һыҙат аша машина үтһә, шыйыҡ масса ситкә буялыуы ихтимал. Шуға автоһәүәҫкәрҙәргә иғтибарлыраҡ булыу мөһим. Ремонт эштәре юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото №1 - Башҡортостандағы төбәк әһәмиәтендәге юлдарҙың 1400 саҡрымлыҡ өлөшөнә термопласт билдә һалынған

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ