Халыҡтың борсолоуын йәмәғәт ойошмалары ла ҡеүәтләй. Тәбиғәтте күҙәтеү прокуратураһы сираттан тыш тикшереүҙәр үткәрергә вәғәҙәләй. Мәсьәләгә «Берҙәм Рәсәй» сәйәси партияһы ла иғтибар бүлде.
Өфөнән Фәниә Красавина дарыуханаларҙың даими клиенты. Һаулығындағы проблемаларҙы Черниковка биҫтәһендәге һулар һауаның составына бәйләй. Уның фекеренсә, баш ҡаланың төньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе күбеһен был мәсьәлә борсой.
Йәмәғәтселек вәкилдәре лә халыҡтың күп һанлы мөрәжәғәттәре тураһында иҫкәртә. 9 июлдән бирле Өфө ҡалаһында йәшәүселәр газ һәм көйөк еҫенә зарланған. Тәүге көндә меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән.
«Берҙәм Рәсәй» баш ҡалалағы һулар һауа мәсьәләһен хәл итеүгә дәррәү ҡушылды. Ике аҙна эсендә предприятиелар, күҙәтеү органдары һәм төрлө ведомстволар белгестәре менән берлектә түңәрәк өҫтәл ойоштороу ҡарала. Һауа сифатын күҙәтеү өсөн саралар планы әҙерләнә.
Башҡортостан тәбиғәтте күҙәтеү прокуратураһы бер нисә предприятиела пландан тыш тикшереүҙәр уҙғарыу яҡлы.
Башҡортостан менән идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, 19 июлгә тиклем Өфөлә һауа составы лаборторияла тикшерелә. 5 урындан алынған өлгөләр 22 матдәгә ҡарала. Мәсьәлә тәбиғәтте күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығы контролендә ҡала.
Рафиҡ Әхмәтшин






