Бөгөн Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм республика етәксеһе ярҙамсыһы Ольга Сарапулова стела урынлаштырыласаҡ майҙансыҡты ҡараны. Мемориалдың бейеклеге 36 метр була, быйыл проектлау эше ҡаралған.
Александр Сидякин билдәләүенсә, ҡоролма өсөн бик сифатлы материалдар ҡулланырға кәрәк, сөнки ул мөһим архитектура обьекты булып тора.




