Ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарына белгестәргә ихтыяж артасаҡ

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә 2021 – 2023 йылдарҙа ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарына белгестәргә ихтыяж артасаҡ. Бөгөн республика биләмәһендә 80 меңдән ашыу ойошма эшләй.

Уларға квалификациялы кадрҙар һәм сифатлы мәғлүмәт булыуы мөһим. Бының өсөн республикала махсус мәғлүмәт ресурсы әҙерләнгән.

– Эш биреүселәр үҙҙәренә ниндәй белгестәр кәрәклеге тураһында белдереп, мохтажлыҡты хәл итә ала, – тип белдерҙе ведомство етәксеһе урынбаҫары Юрий Мельников.

Фото №1 - Ауыл хужалығы, урман һәм балыҡсылыҡ хужалыҡтарына белгестәргә ихтыяж артасаҡ
Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ