Юл хеҙмәткәрҙәре трамвай юлдарын да йүнәтә. Төҙөлөш эштәре Аксаков-Ленин, Ленин-Цюрупа һәм Цюрупа-Минһажев урамдары өлөшөндә барыласаҡ.
Шул сәбәпле, бер айға трамвайҙар йөрөшө туҡтатыла. Автобус маршруттарында тотҡарлыҡтар булыуы ихтимал, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән.




